Тема: Йыл миҙгелдәре. Сифат (ҡабатлау).
Маҡсат: темаға ярашлы һүҙҙәрҙе ҡабатлау, телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү;
Уҡыусыларҙың һүҙ байлығын,телмәрен,фекерләү кимәлен үҫтереү;
Күҙәтеүсәнлек,тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш,һөйөү тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: проектор,ноутбук,таратма материал.
Һүҙлек эше: саңғы-лыжи,сана-сани,көслө- сильный,шәп-быстро,иҫке-старый,күңелле-веселый.
Дәрес барышы:
Ойоштороу мәле.
-Һаумыһығыҙ,уҡыусылар
-хәлдәрегеҙ нисек?
-Бөгөн класта кем дежур
-Бөгөн класта кем юҡ
- Бөгөн нисәһе
Төп өлөш.
Ғ,ҙ,ҡ,һ,ң,ҫ,ә,ө,ү.
Дәрескә көйләү. Ҡыҙыҡ слайд.
-Дети,сегодня урок будет будет необычным. Очень много интересного,а также сегодня у нас гости,будьте активными.
Өй эшен тикшереү, дәрестең темаһын билдәләү.
-Будем проверять домашнее задание, это поможет нам опредилить тему нашего урока.
1 төркөм.
Ҡырҙа,яланда
Бөжәк ҡыуабыҙ.
Болонда йырлап
Еләк йыябыҙ.
Күлдә көн дә беҙ
Һыу ҡойонабыҙ.
Ҡыҙыу ҡомда беҙ
Эй ҡыҙынабыҙ.
2 төркөм.
Килеп етте тағы көҙ көнө,
Ябай түгел – көҙҙөң алтыны.
Саған япраҡтары ғәжәйеп,
Яна,ялҡын төҫлө талпынып.
Һары,йәшел тәңкә ҡойола
Талғын ғына йомшаҡ елдә лә,
Көҙ һаман да көҙ ул,күрәһең,
Япраҡ төшә сыуаҡ көндә лә.
3 төркөм.
Йомшаҡ ҡар яуа
Яуа ла яуа.
Аҡ мамыҡ менән
Ҡырҙар ҡаплана.
Буран да сығыр,
Ҡарҙы йүгертер.
Сана шыуырға
Тауҙар өлгөртөр.
4 төркөм.
Шатлыҡтар өләшеп һәр кемгә,
Яҙ килә, яҙ килә еремә.
Ел иҫә наҙланып,йыуанып,
Тамсылар бейешә ҡыуанып.
Кемгәлер сер һөйләй гөрләүек,
Ҡояшты уйната күләүек.
Күҙәтеп быларҙың барын да,
Сыйырсыҡ маҡтаны йырында.
-Итак, о чем будем говорит сегодня на уроке?
Дәрестең үтәлеү рәүешен билдәләү.
-Класс делится на четыре группы, көҙ,яҙ,йәй,ҡыш. Сегодня у нас урок повторение,будем говорить о временах года,имена прилагательные.
Китаптарҙы астыҡ. Диалог уҡыу.
Көҙҙәр 36-сы б.,4
Ҡыштар 40-сы б., 4
Яҙҙар:(диалог уҡыу)
- Сәләм,Айнур.
-Сәләм,Артур.
-Көн ҡояшлы,тышҡа сығаһыңмы?
-Юҡ,сыҡмайым. Өйгә эш эшләйем.
Йәйҙәр:
-Сәләм,Настя!
-Сәләм,Коля!
-Әйҙә һыу инергә!
-Юҡ.
-Ниңә?
-Көн ҡояшһыҙ,йылы түгел. Осраған сифаттарҙы таҡтаға яҙыу.
Ямғырлы, һыуыҡ, ҡояшһыҙ, ҡояшлы, йылы түгел.
Сифаттарҙың яһалыу юлдарын күрһәтеү,экранда.
Сифаттар менән эшләү. Йыл миҙгелдәрен биҙәү.
Таҡтала ҡағыҙ битендә миҙгелдәр һүрәте, сәскәнең уртаһында,таждарын яһау.
Йыл миҙгелдәре тураһында йомаҡтар.
Һығымта:
Каждое время года красиво по своему: ҡыш та матур,яҙ ҙа матур,йәй ҙә матур,көҙ ҙә матур как и в нашей песне.
Йыр Дүрт миҙгел.
Бөгөнгө көн тураһында әңгәмә үткәреү.
Яңы яуған аҡ ҡарға
Йығылып төшкән ҡарға.
Физминутка ҡарҙы өрөп алайыҡ,йылыраҡ булып китер
Саңғы-лыжи
Сана-сани
Көслө- сильный
Шәп-быстро
Иҫке-старый
Күңелле-веселый Һүҙҙәрҙең парын эҙлә. Ҡыш көнө мин санала шыуырға яратам. Бөгөн ап-аҡ ҡар яуған. Ағастар матур. Көн болотло, һыуыҡ түгел. Мин ҡышты бик яратам.
Юлда һаҡ булыуға өндәү.
Йомғаҡлау,баһалау.
О чем говорили на уроке?
Что нового узнали? |